Приветствую Вас, Гость
Главная » 2015 » Апрель » 8 » Исследовательская работа Искандаровой Назгуль
17:10
Исследовательская работа Искандаровой Назгуль

  Ғафури  районы муниципаль районы мәғариф бүлеге Яугилде  ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе

Кәрим Булат ижадында балалар өсөн шиғырҙар

    Авторы: 4-се синыф уҡыусыһы Искәндәрова Наҙгөл

       Етәксеһе: уҡытыусы Миниязова Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы

   Кәрим Булатбай улы Сәлимовтың  ижадында балалар  өсөн шиғырҙар

Маҡсатым:

Шағир Кәрим Булаттың тормош юлы һәм ижады менән танышыу,

Балаларға арнап яҙған шиғырҙарына анализ яһау.

Тикшереү объекты: Кәрим Булаттың   балалар өсөн сығарылған ”Йәйғорло юл”, ”Мин тағараҡ яһаным” ,”Миләшле ер” китаптары.

Тикшереү ысулдары: Кәрим Булатбай улы менән осрашыу, уның шиғырҙарын уҡыу, гәзит – журналдарҙағы материалдар менән танышыу, шиғыр китаптарынан миҫалдар эҙләү.

Актуаллек: Кәрим Булат  башҡорт шиғриәтендә ҙур ғына урын биләй. Уның бик күп шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, халыҡ араһында яратып йырланыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Кәрим Булаттың шиғырҙары етерлек дәрәжәлә өйрәнелмәгән, айырыуса уның шиғырҙарының балалар өсөн яҙылғандарын өйрәнеү мөһим һәм актуаль булып тора. Шағир әҫәрҙәренең мөһим бер үҙенсәлеге булып кескәйҙәр өсөн яҙылған шиғырҙар темаһы тора, мин шул теманы асыуҙы маҡсат итеп алдым да.

Инеш өлөш

      Кәрим Булаттың  ижады менән ҡыҙыҡһыныуым мәктәптә шағир менән осрашыуҙан башланды. Шағирҙың үҙ шиғырҙарын ялҡынлы итеп яттан һөйләүе оҡшаны миңә. Уның шиғырын мин дә ятлап ишеттерҙем. Ошо кисәлә уңышлы сығыш яһауым шағирҙың  ижадын өйрәнеүгә этәргес булды. Кәрим Булаттың  балалар өсөн яҙған китаптарын уҡып сыҡҡас, уның шиғырҙарының  ҡыҙыҡлы, фәһемле, ятларға еңел генә булыуҙарын белдем.

                                                         Төп өлөш       

   Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар  Союзы ағзаһы, Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, хеҙмәт ветераны,  ауылдашым Кәрим Булатбай улы Сәлимов байтаҡ ҡына ауыр, һикәлтәле юлдар үтеп, ҡырыҫ йылдарҙың әсе хәсрәтен үҙ елкәһендә татыған. Сабыр, изге, тура һүҙле әҙиптең бар тормош юлы ижадында сағыла.

   1949 йылдың 11  ғинуарында  Нәфисә һәм Булатбай Сәлимовтарҙың  ғаиләһендә  тәүге бала булып  Кәрим донъяға килә.  Кәрим Сәлимов 1956-1964  йылдарҙа  Яугилде мәктәбендә белем ала. Бурлы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамак ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында уҡып аппаратсы һөнәрен ала. Оҙаҡ йылдар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта заводта  эшләй.   Ләкин шиғриәткә һөйөүөн ул ғүмер буйы һаҡлай. Тәүҙәрәк Кәрим Булатбай улы “Стәрлетамаҡ  эшсеһе” гәзитенең хәбәрсеһе була. Республика гәзиттәрендә  уның мәҡәләләре, һүрәтләмәләре  сыға, сатирик шиғырҙары, юморескалары “Һәнәк” журналында, шиғырҙары “Ашҡаҙар”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Табын” гәзиттәрендә даими баҫылып тора.

    1983 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан Яҙыусылар Союзының бүлексәһе асылыуы  яҡташ  шағирыбыҙға ижади дәрт өҫтәй. Ә 1990 йылдарҙа, үҙе әйтмешләй, шиғриәткә “башы  менән сума”, һәр нәмәнән йәм таба, ижад утын яндыра.  ( слайд)

Кемдер йәшәй киләсәккә бағып

 Кемдер белмәй ниңә йәшәүен

 Ейәндәрем бишле ҡуйһын тиеп

Ижад ялҡынында йәшнәүем.

    Кәрим ағай Сәлимовтың  ижадында балаларға арналған шиғырҙар ҙур ғына урын алып тора. Ябай ғына күренештән  дә ҡыҙыҡ табып, шиғырҙарҙы ҡойоп ҡуйған сабый күңелле  ижадсыға һоҡланмау мөмкин түгел. Ижадсы үҙе генә түгел, ижады ла кешеләрҙе тартып тора. Уның бик күп шиғырҙарына көйҙәр яҙылған һәм халыҡ яратып йырлай. Ә нимәһе менән йәлеп итә һуң  уның балалар шиғриәте? Ихласлығы менән! Балалар өсөн яҙған шиғырҙары ихласлығы, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған булыуы,  балалар донъяһын белеүе, үҙенсәлекле тәрбиәүи алымдары менән арбай. Мин  шиғырҙарын яҙғанда Кәрим бабай үҙе лә бала һүрәтенә инәлер, тип уйлайым. Бәлки, уға ваҡытлыса ғына булһа ла бәләкәстәр ҡиәфәтенә инеү ҙә кәрәкмәйҙер, сөнки  уның  булмышы, шиғырҙары кеүек,  шундай ябай, йырлы, ҡояшлы! 2003 йылда балаларға  бағышлап  яҙылған “Йәйғорло юл”,  2008 йылда- башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан  “Мин тағараҡ яһаным” исемле  шиғырҙар йыйынтыҡтары быға асыҡ миҫал.

“Мин  тағараҡ яһаным”

Ем табыуы ауыр ҡышын                       Матур тағараҡ яһаным

Ем һипкәнде беләләр                          Туйырлыҡ түгел ҡарап.

Бик йыш ҡына күгәрсендәр                Һыйланығыҙ, көс йыйығыҙ

ҡунаҡ булып киләләр                           Булып ҡуймағыҙ харап.

Авторҙың  ошондай  шиғырҙары балаларҙа  тыуған тәбиғәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләүгә, тәбиғәттең серҙәрен һәм матурлыҡтарын аңлатыуға,  ҡоштарға һәм йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт уятыуға йунәлтелгән.

Түбәндәге  шиғырҙары менән автор төрлө йәнлек, хайуандарҙың холоҡ- ҡылыҡтарын аса, балаларға уйланыу- эҙләнеү өсөн һорауҙар ҙа ҡуя һәм яуап эҙләргә әйҙәп тә ҡуя.

!Ҡуйы ылыҫ араһында              !Оҙаҡ йоҡлау- ялҡаулыҡ-был      !Бер мышыны

Өң яһай таныш тейен…              Хужаны  һис аҡламай.                 Күрҙем әле-

Был кейек тә ҡышҡылыҡҡа         Айыу ниңә көслө булғас,       Ғәжәп мөгөҙ-һәнәге.

Өңөндә аҙыҡ туплай.                    Йәнлектәрҙе яҡламай?

 

!Дөрөҫтөрмө, йорт эттәре        !Һарайҙы япмай ҡалдырһаң,

Бүренән, ти, яралған.                 Урлай улар тауыҡты.

Ҡасан икән йорт эттәре            Төлкөләргә кем өйрәткән

Бүре булмай башлаған?            Шундай яман ҡылыҡты?

 

      Кәрим Булаттың балаларҙың кире ҡылыҡтарын сатира һәм юмор менән йылмайтып ҡына асыуы оҡшай миңә.       “Көйһөҙ сәғәт”

«Сәғәт мәктәпкә һуңлатҡан!»   Ни эшләтергә сәғәтте:          Әсәһе көйһөҙ сәғәтте

Илдар тағы һуҡранды               Ялҡауланған, арыған            Алыштырырға әҙер

Уҡытыусы алдында ла             Артта ҡала ла алдаша       Меҫкен сәғәт саҡ иламай

Ул сәғәткә һылтанды.              Йүнһеҙлеккә тарыған        «Нишләргә инде хәҙер?»

“Ялҡау сәғәт” шиғырында ла шул уҡ сәғәт ғәйепле:                                                                                                           Гел мәктәпкә һуңлаттыра,                                                                                                                    Табып тора ҙур сәбәп.                                                                                                            Әллә арып, әллә сирләп,                                                                                                                                          Туҡтай ҙа тора сәғәт.

Кәрим Булаттың    күп кенә шиғырҙары әсәй – оләсәйҙәргә  һөйөү, ихтирам, уларға ярҙам итеү теләге менән һуғарылған.

Оләсәй килгәс ҡунаҡҡа        “Үҙең бешергән икмәк-     Мин дә өйрәнермен әле,

Бик шатландыҡ кисә беҙ.       Тәмлерәк,”- ти оләсәй.     Он иләй беләм хәҙер.

Йыуаса-баллы бауырһаҡ,     Унан и кмәк бешерергә     Әсәйемә һәр ваҡытта

Эй тәмләп сәй эсәбеҙ.               Өйрәнгән минең әсәй.       Ярҙам итергә әҙер.

   Кәрим Булатбай улының бер китабы бушҡа ғына “Мин тағараҡ яһаным” тип аталмай. Ул  был китаптағы шиғырҙары  менән  малайҙарҙы  эшсән булып үҫергә саҡыра, егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ булыуын  аңлатырға  ынтыла, ҡайһы бер һөнәрҙәрҙең серҙәренә лә өйрәтә.Мәҫәлән:

               Оҫта

Мин-Азамат, оҫта ҡулмын                                     Оҫта булғас, машинаның

Күп нәмә беләм хәҙер.                                             Бөтә серҙәрен беләм

Волга, КамАЗды төҙәтһәм                                       Машинағыҙ ватылғас та

Тиҙ генә булыр әҙер.                                                 Әйтегеҙ, үҙем киләм.

 

!Китаптарҙы күп уҡыйым,        !Укол  яһарға өйрәнгәс,        Олатай атҡа мендерҙе,

Теләйем күп белергә.              Оләсәйем сирләмәй.                Йәбештем мин ялына.

Астроном булам, тиһәм,   !Вертолетсы буласаҡмын,  “Ул бит башҡорт балаһы”тип

Ашыҡмағыҙ көлөргә.           Үҫкәс,атайым кеүек.               Дәрт бирә атайым да.

 

Һығымта: Кәрим Булат беҙҙең яҡташыбыҙ, минең ауылдашым, минең атайым яғынан туған  бабайым да. Мин  уның менән ғорурланам.   Шағирҙың  ябай ғына итеп яҙылған шиғырҙары  тыуған яҡты яратырға, эш һөйөргә, ярҙамсыл булырға өйрәтә, шуның өсөн дә беҙ шағирыбыҙҙы данлайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ, шиғырҙарын яратып ятлайбыҙ. Киләсәктә мин  Кәрим Булат ижадын өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.     Кәрим Булат. Миләшле ер. Шиғырҙар. - Өфө: “Китап”, 1996.

2.     Кәрим Булат. «Мин тағараҡ яһаным ».2008.

3.     Кәрим Булат. Йәйғорло юл: Шиғырҙар.- Өфө: “Китап”, 2003.

4.     Кәрим Булат.Көҙгө нурҙар.Йырҙар, шиғырҙар һәм поэмалар.-Стәрлетамаҡ, 2008.

5.     Кәрим Булат. «Бәйгелә елә юртаҡ ».2012.

6.     Яугилде- Самыш: үткәне һәм бөгөнгөһө.- Өфө: «Матбуғат донъяһы » ДУ нәшриәте, 2007.

Просмотров: 298 | Добавил: Гульнара | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar