Приветствую Вас, Гость
Главная » 2015 » Апрель » 8 » Исследовательская работа Мухаметдиновой Регины
17:15
Исследовательская работа Мухаметдиновой Регины

Ғафури  районы муниципаль районы мәғариф бүлеге Яугилде  ауылы  дөйөм белем биреү мәктәбе

Кәрим Булат шиғриәтендә тыуған яҡ темаһы

Авторы: IX синыф уҡыусыһы Мөхәмәтдинова Регина

Етәксеһе: уҡытыусы Миниязова Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы

Кәрим Булатбай улы Сәлимовтың шиғырҙарында тыуған яҡ темаһы

Маҡсатым:

Шағир Кәрим Булат тормош юлы һәм ижады менән танышыу,

Тыуған яҡ темаһына арнап яҙған шиғырҙарына анализ яһау.

Тикшереү объекты: Кәрим Булаттың “Бәйгелә елә юртаҡ”, “Көҙгө нурҙар”,

”Йәйғорло юл”, ”Мин тағараҡ яһаным” ,”Миләшле ер”,”Йөрәгемдә яраң бар” китаптары.

Тикшереү ысулдары: Кәрим Булатбай улы менән осрашыу, уның шиғырҙарын уҡыу, гәзит – журналдарҙағы материалдар менән танышыу, шиғыр китаптарынан миҫалдар эҙләү.

Актуаллек: Кәрим Булат  башҡорт шиғриәтендә ҙур ғына урын биләй. Уның бик күп шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, халыҡ араһында яратып йырланыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Кәрим Булаттың шиғырҙары етерлек дәрәжәлә өйрәнелмәгән, айырыуса уның шиғырҙарының үҙенсәлектәрен, тел- стиль сараларын өйрәнеү мөһим һәм актуаль булып тора. Шағир әҫәрҙәренең мөһим бер үҙенсәлеге булып тыуған яҡ темаһы тора, мин шул теманы асыуҙы маҡсат итеп алдым да.

Инеш өлөш

  Кәрим Булаттың  ижады менән ҡыҙыҡһыныуым мәктәптә шағир менән осрашыуҙан башланды. Шағирҙың үҙ шиғырҙарын ялҡынлы итеп яттан һөйләүе мине арбаны һәм уның ижадын өйрәнеүгә этәргес булды. Шағирҙың   китаптарын уҡып сыҡҡас, уның шиғырҙарының күбеһе тыуған яғына, тыуған ауылына арнап яҙылғанлығын астым. Был турала автор үҙе былай тип яҙа:           ” Бының сәбәбе ябай: һеҙҙең ҡан тамырҙарында ла тәбиғәт балаһы- башҡорт ҡаны аға. Ә ул күңеле күтәренке ваҡытта ла, төшөнкө сағында ла, тыуып үҫкән еренән, эскән һыуынан дәртләнеү тойғоһо кисергән. Һөйөү хисе уны рухландырған, был хисте нисегерәк матур итеп әйтеп биреү теләген тыуҙырған.”

                                                         Төп өлөш

      Тыуған яҡ, тыуған ер, тыуған ауыл...Был һүҙҙәр һәр беребеҙгә лә яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр кеше үҙенең тыуған ерен, тыуған ауылын айырым бер хис менән ярата, уны үҙенә генә  хас матур һүҙҙәр менән маҡтай.

   Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар  Союзы ағзаһы, Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, хеҙмәт ветераны, ғөмүмән әйткәндә, Башҡортостан халҡын, башҡорт телен,тыуған яғы тәбиғәтен йәне –тәне менән һөйөп йәшәүсе шәхес –яҡташыбыҙ Кәрим Булатбай улы Сәлимов өсөн тыуған яғы, ауылы “изге генә һәм ғәзиз генә”. Шуның өсөн уның ижадының үҙәгендә  тыуған яҡ темаһы төп урынды алып тора.

“Йөрәгемдең иң түрендә кескәй Ватан- Яугилдем”  тип яҙған Кәрим Булаттың тыуған ауылы – “көмөш һыулы Ҡолош шишмәле”,”ҡояш һөйгән  хозур Һылыутүбәле”, “йәшел күҙле әсәм кеүек күргән Йылтырғантау”лы  Яугилде ауылы.

Яңғырашлы исеме ауылымдың

Яу үткәргән – бөтмәҫ даны.

Күңелгә ял бирер, илһамландырыр

Ҡолошо бар, һүнмәҫ заңы бар.

    Тыуған ауылы тәбиғәтенән  илһам алып  ижад итеүсе Кәрим Булатбай улы Сәлимов 1949 йылдың 11  ғинуарында, Нәфисә һәм Булатбай Сәлимовтарҙың йәш  ғаиләһендә  тәүге бала булып донъяға килә.  Бәләкәйҙән шиғриәт, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып үҫә Кәрим Булатбай улы. Туғандары Рәхим һәм Ниязбайға  шиғырҙар, әкиәттәр уҡый, гәзит – журналдарҙан мәҡәләләр менән танышып бара. Яйлап үҙендә лә шиғырҙар яҙыу теләге уяна.  Кәрим Сәлимов 1956-1964  йылдарҙа  Яугилде мәктәбендә белем ала. Бурлы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамак ҡалаһындағы 22 –се һөнәрселек училищеһында уҡып аппаратсы һөнәрен ала. Оҙаҡ йылдар Өфө  Синтезспирт һәм Стәрлетамаҡта Каустик заводтарында  эшләй.   Ләкин шиғриәткә һөйөүөн ул ғүмер буйы һаҡлай.Тәүҙәрәк матбуғат менән әүҙем  хеҙмәттәшлек итеп Кәрим Булатбай улы “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була. Республика гәзиттәрендә уның көнүҙәк темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре, һүрәтләмәләре, шиғырҙары даими баҫылып тора.

        1983 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан Яҙыусылар Союзының бүлексәһе     асылыуы  яҡташ шағирыбыҙға ижади дәрт өҫтәй. Ә 1990 йылдарҙа, үҙе әйтмешләй, шиғриәткә “башы  менән сума”, һәр нәмәнән йәм таба, ижад утын яндыра.  Тыуған яғы тәбиғәтенең матурлығын һәр күҙәнәге менән тойоп:

Яҙҙар килә, сыйырсыҡлы яҙҙар              Хисле кеше, ижад утын яндыр       

Йәш япраҡтар, күрсе, йәм генә              Эҙем ҡалһын, тиеп мәңгегә,       тип яҙа шағир.         

Һәм шиғриәттә тәүге эҙе булып 1996 йылда “Миләшле ер” исемле шиғырҙар  йыйынтығы баҫылып сыға.                                    

Ситтә гөлдәр үрһәм дә,                             

Матур яҡтар күрһәм дә,

Тыуған ергә ҡайтам яңынан.

Йәншишмәмдең ярында,

Атай йорто янында

Ҡыҙыл миләшемде һағынам.

Тыуған яғым - миләшле ер,

Моңло һиндә һәр бер һуҡмағым.

Бигерәк гүзәлһең дә

Йәндәй ғәзизһең дә

Изге ер, тип ҡайтып ут алдым.

     Шулай, тыуған еренең һәр бер һуҡмағы  моңло булғанға  Кәрим Булаттың  тыуған ауылына арнап яҙған  шиғырҙары  үҙҙәре үк  йырлап тора. Быға миҫал булып уның  һүҙҙәренә  яҙылған  Яугилдем” (Рәмил Ғимрани көйө), “ Тыуған яҡ”( Наил Халиков), “Ер еләге”, “Тыуған яғым”, ”Башҡортостан- тыуған илем”( Искәндәр Вәлли), “Миләшле ер” (Нур Даутов),  “Ҡолошом” , Алик Шәмситов көйөнә  “Тыуған яғым- Ғафури” йырҙары тора.  Кәрим  ағайҙың  һүҙҙәренә  яҙылған  йырҙарҙың барыһын да һынап бөтөп булмай,  сөнки “Йыр йөрөткән йөрәгенән  …  моңдар ағыла ”  ла ағыла.                           

“Ғафуриҙа таңдар яғымлыраҡ, йүкә сәскәләре баллыраҡ”,- тип  һаман тыуған яғын            маҡтап бөтә алмаған  Кәрим ағайҙың  шиғырҙары  күңелгә яҡын, ятлауға  еңел һәм аңлайышлы. Тыуған яғына булған һөйөүен ул  шулай ябай ғына һүҙҙәр менән дә аңлата, уҡыусыға еткерә ала. Шағир тыуған яғына һөйөүен күпселек осраҡта үҙе кисергән хис-тойғолар аша  күрһәтә.   Яугилдемә, урман,ҡырға                                                                         

                                                                  Бәйләнгән бар булмышым.

                                                                   Тыуған яҡта һәр миҙгелдә

                                                                   Иркен шуға һулышым.

    Кәрим Булатбай улының  “Бәйгелә елә юртаҡ” китабында  һуңғы  йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланған, шуларҙың  күбеһе  тыуған  ауылы, уның тәбиғәтенә арналған.  Тыуған  ауылына һөйөүен шағир  ауылдың тәбиғәте тураһында яҙылған шиғырҙары аша бирә.

  Үҫкән саҡта тәпәйҙәрҙе һөйгән

   Һуҡмаҡ бара Ҡолош буйына

   Күңелемә унда дауа табам,

  Изге теләк ҡайта уйыма.

  Ҡолошомдоң һыуын услап эсһәм

   Көс табыла киңлек буйларға.

- тип  Шағир  “илһам биргән ере гүзәллеген” маҡтай, бала сағына ҡайтып урай һәм                      

                        ”  Тәбиғәттең ошо хозурлығы

                           хистәремде тағы туҙғыта,»-

    тип үҙенең шиғриәттә һаман йәш күңелле булып ҡалыуын күрһәтә.                                                  

            Кәрим ағай Сәлимовтың  ябай ғына күренештән  дә ҡыҙыҡ табып, шиғырҙарҙы ҡойоп ҡуйған  сабый күңелле ижадсы булыуын  2003 йылда балаларға  бағышлап  яҙылған “Йәйғорло юл”,  2008 йылда- башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан  “Мин тағараҡ яһаным” исемле  шиғырҙар йыйынтыҡтары аша белә алабыҙ.                                                          

            Кәрим Булатбай улы балалар яҙмышына ла битараф түгел. Актив йәмәғәтсе булараҡ, Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге башҡорт балалар баҡсаһын һәм  хәҙерге ваҡытта  Жәлил Кейекбаев исемен йөрөткән башҡорт гимназияһын  асыуҙа янып-көйөп йөрөй: ата-әсәләрҙән өй беренсә йөрөп ҡултамғалар йыя, власть органдарына хаттар, гәзиттәргә мәҡәләләр яҙа.Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тейҙәр бит.  Хәҙерге көндә Стәрлетамаҡта йәшәүсе йөҙәрләгән, меңәрләгән башҡорт балаһы тыуған телен, милли мәҙәниәтте өйрәнә - бында һис шикһеҙ  яҡташыбыҙҙың да хеҙмәте ҙур.

           Кәрим  Булаттың  “Сыйырсыҡтар яҙ килтермәй” тигән  шиғыры  миңә  бигерәк тә оҡшай, сөнки ул был шиғыры менән  ябай турғайҙарға  маҡтау һүҙҙәре  еткерә, уларға балаларҙың  иғтибарын  йәлеп итә һәм ниндәйҙер  тәбиғи  дөрөҫлөк  тә урынлаштырырға  тырыша кеүек : һәр кем үҙенең тыуған еренә  ерегеп йәшәргә тейеш.

        Сыйырсыҡтар яҙ килтерә тиҙәр   Ҡыштан ҡурҡмай ошо ҡоштар менән   Сыйырсыҡтар яҙҙы килтермәйҙәр

      Һүҙ мәғәнәһен эҙләп тормайҙар       Һалҡындарҙы еңеп киләбеҙ                       Яҙҙар эҙләп  беҙгә киләләр.

     Яҙ һүрәтен яҙа ҡышлар ҡоштар     Сыйырсыҡтар әле йылы яҡта                      Ана, аҡ ҡайында  һары түштәр

Һары түштәр, ябай турғайҙар         Кәйеф – сафа ҡора,беләбеҙ.                         Сип-сип тиеп яҙҙы  көтәләр. 

        Һуңғы китабының  “О,тәбиғәт беләм ҡырыҫлығың” бүлегендә  Кәрим Булатбай улы   һәр миҙгелдең   матурлығын  аса, кеше яҙмышының  үҙе тыуған миҙгеленә  бәйле булыуын “Өс таған “ шиғырында  күрһәтә . Шулай ҙа шиғырҙың төп фекере:  тыуған яҡҡа тоғролоҡ һәм туғандар менән дуҫ йәшәү.

        Бер әсәнән тыуғанбыҙ беҙ                 Рәхим ҡустым- бер тағаным-                   Тыуған яҡҡа тоғро йәшәй

      Аҡ донъяға – өс таған                        Еләкле миҙгел улы                                       Был донъяла өс таған                                                                                         

      Миҙгелдәрҙең усағынан                     Саф күңеле киң яландай                             Туғандар менән  ҡыуанам                                                                                                                                         

      Пак күңелдәр көс алған.                     Эшсән һәм ҡотло ҡуллы.                            Йәшнәргә лә көс табам                                                  

      Кесе энем- Ниязыбыҙ                         Миңә хыял ҡанаттарын      

     Үҙ иткәс алтын көҙҙө                           Йәйһен тигәндер аҡ ҡыш         

     Ҡылған тауҙай эше менән                   Инаныуым- изгелеккә                

     Һоҡландырҙы  ул беҙҙе                        Табынған ҡошом – аҡҡош          

 

      Кәрим Булатбай улының  ижадын  баһалап, « Кәрим Булат- тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, халҡыбыҙҙы йәне- тәне менән һөйөүсе шәхес. Ул үҙенең тыуған төйәге – Ғафури районына, ауылдаштарына арнап  бик күп күркәм шиғырҙар һәм йырһар ижад иткән.Улар  ысын  илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған әҫәрҙәр.”, тип билдәләй  “Көҙгө нурҙар” китабына рецензия яҙғанда филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр, ә  һуңғараҡ  “Сәлимовтың  әҫәрҙәре ихлас, саф күңелле, донъяға яҡты ҡараштар һәм изгелекле уй – теләктәр менән бағып, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙенең ҡайнар йөрәге аша үткәреп йәшәүсе шағир ҡулы менән яҙылған.” – тип өҫтәй.

    Бөгөн  Кәрим Булатбай улы  Сәлимов  шиғриәт бейеклектәрен иңләгән, республикала танылған шағир.    

    

       Һығымта:  Кәрим Булат беҙҙең яҡташыбыҙ. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, Кәрим Булатбай улы Сәлимовтың  бала сағы ауыр һуғыш йылдарынан һуң илде тергеҙеү осорона  тура килә.  Күп ғаиләләр иңенә  төшкән михнәттәрҙе, ауырлыҡтарҙы  күрергә тура килә уларға ла. Шуның өсөн дә тормоштоң, халыҡтың, тыуған еренең ҡәҙерен белә ул.Уның йөрәгендә йыр, моң, һағыш  шиғыр булып урғыла.Кәрим Булат  үҙенең шиғырҙарында тыуған еренә дан йырлай, иленең эшсән халҡына рухи көс бирә, киләсәккә өмөт сатҡылары уята. Шуның өсөн дә беҙ шағирыбыҙҙы данлайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Киләсәктә мин  Кәрим Булат ижадын өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.   Кәрим Булат.Көҙгө нурҙар.Йырҙар, шиғырҙар һәм поэмалар.-Стәрлетамаҡ, 2008.

2.   Кәрим Булат. «Йөрәгемдә яраң бар ». Стәрлетамаҡ ҡала типографияһы

3.   Кәрим Булат. Миләшле ер. Шиғырҙар. - Өфө: “Китап”, 1996.

4.   Кәрим Булат. Йәйғорло юл: Шиғырҙар.- Өфө: “Китап”, 2003.

5.   Кәрим Булат. «Мин тағараҡ яһаным ».- Өфө: “Китап”, 2008.

6.   Кәрим Булат. «Бәйгелә елә юртаҡ ».- Өфө: “Китап”, 2013.

7.   Яугилде- Самыш: үткәне һәм бөгөнгөһө.- Өфө: «Матбуғат донъяһы » ДУ нәшриәте, 2007.

Просмотров: 495 | Добавил: Гульнара | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar