Приветствую Вас, Гость
Главная » 2015 » Апрель » 24 » Башҡорт китабы
13:52
Башҡорт китабы

Ирек Кинйәбулатов

Башҡорт китабы

Хәреф уйлау, нәшриәттәр төҙөү

Кешелектең иң ҙур табышы.

Шунан кеше юлы билдәләнгән,

Был- донъяның алға китеше.

Тәүге утты тапҡан кеше һымаҡ

Тапҡан кеше ерҙә китапты.

Кешелек тә, ошо мәлдән башлап,

Үтә алған барлыҡ этапты.

Китап менән кеше – кеше булған

Мең быуатлыҡ оҙон юлында.

Тик китаплы халыҡ – ысын халыҡ,

Китап тотһа, һәр кем ҡулында.

Оло юлдан барған милләт уңа,

Юлға китап тотоп киткәндә.

Үҙ телеңдә сыҡҡан китап ҡына

Һәр милләтте милләт иткән дә...

Юлда маяҡ һымаҡ беҙҙең Китап-

Арттырыусы донъя ҡоттарын.

Ул бит юлдан яҙҙырмайса килә

Рухи ҡоллоҡтарҙан ҡотҡарып.

Просмотров: 248 | Добавил: Гульнара | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar