Приветствую Вас, Гость
Главная » 2015 » Апрель » 12 » Волейбол ярышы
09:41
Волейбол ярышы

      Яугилделә Ниязбай Булатбай улы Сәлимов  инициативаһы менән башланған  волейбол ярышы етенсе тапҡыр үткәрелде. Алдағы йылдарҙа командалар Н.Б.Сәлимов кубогы өсөн көрәшһә, быйылғы ярыш Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланды. Ярышта ете команда ҡатнашты. Шулар араһынан Абдуллин- Солтанморатовтар, Ғәлиәхмәтовтар һәм Зәйнуллин – Сәлимйәновтар һәр йыл һайын үҙ ғаиләләренең командаһы менән ҡатнаша. Яугилде ауылы йәштәре, Бурлы урта мәктәбе, Бурлы ауылы “Ветеран” командалары айырым төркөмдә уйнаны, ә Красноусол мәктәбе командаһы был ярыштарҙың ҡунағы булараҡ сығыш яһаны. Спорт байрамын ойоштороуға Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Р.Х. Хисмәтуллин һәм Бурлы мәктәбе физик культура уҡытыусыһы И.З.Ғәбдеевтар тарафынан   һалынған  көс бушҡа китмәне. Ярыш  бик дәртле, көсөргәнешле барҙы, йәштәрҙе, мәктәп уҡыусыларын спортҡа, сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе бер сара булып торҙо.

    Ярыш  барышында үҙҙәрен көслө, һөҙөмтәле  уйынсы итеп күрһәтеүселәрҙе айырып әйтке  килә. Иң яҡсы һөжүм итеүсе Юлмөхәмәтов Рафаил, иң яҡшы һаҡсы Юнысов Марат, иң яҡшы уйынсы Сәлимйәнов Рөстәм, иң яҡшы капитан Зәйнетдинов Фаил, иң йәш уйынсы Садыков Фәдис, иң оло уйынсы Хәлилов Ғәли, иң һөҙөмтәле уйынсы, тупты оҫта файҙаланыусы Хисамутдинов Нәжиптәр  күрһәтелгән номинацияларҙа билдәләнде, өмөтлө уйынсы тип Ғәлиәхмәтов  Вадим табылды.

    Ярыш булғас, еңеүселәр ҙә билдәләнә. Күсмә кубокты өсөнсө йыл рәттән Абдуллин- Солтанморатовтар командаһы яуланы. Зәйнуллин- Сәлимйәновтар  командаһы уларҙан саҡ ҡына ҡалышып икенсе урын алды, йыл  һайын  ошо ярыштарҙан йәм, дәрт  алыусы Ғәлиәхмәтовтар өсөнсө урын өсөн дә бик шат булдылар. Йыйылма командалар араһында Бурлы мәктәбе командаһы үҙен иң көслө, йыйнаҡ итеп күрһәтеп  беренсе урынға лайыҡ булды, Бурлы ауылы “Ветеран” дары – икенсе, Яугилде ауылы йәштәр командаһы – өсөнсө булды.  

     Һәр көрәштең, ярыштың  аҙағы бүләкләүҙәр менән тамамлана. Быйылғы  сараға бүләктәрҙе  “Урожай” коллектив хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисамутдинов бик йомарт әҙерләгән. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе спорт сумкаһы, термос, сәғәттәр һәм бокал, шампунь алып шатланды.  Көрәшеүселәрҙе ашатыуҙа “Юлдаш” киоскыһы хужаһы Рәмил Ғәбдрәшит улы һәм “Бурлы” магазины хужабикәһе Нәсиә Мәҡсүт ҡыҙының ярҙамы ҙур булды. Яугилде, Үҙбәк һәм Бәйембәт  халҡы һайлап ҡуйған район советы депутаты Тимерйән  Тимербай улы Кинйәбаев   был сараға икенсе йыл инде үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Гәзит аша уларҙың һәр береһенә һәм ярышта ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.  “Киләһе йылдарҙа ла  башланғысты һүндермәй, дауам итәйек”- тигән ниәт менән таралышты спортсылар.

Просмотров: 242 | Добавил: Гульнара | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar